+21 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе бер ир еңел һәм тиҙ байыу хыялы менән булған аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Уға таныш булмаған ир шылтырата һәм финанс баҙарында төшөмлө эш тәҡдим итә. Бер ҡатлы асыҡ ауыҙ иһә шунда уҡ тегенең картаһына 1,6 млн һум күсерә. Тик тиҙҙән сереп байыр урынға ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалыуын аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта алдаҡ юл менән кеше аҡсаһын үҙ итеүсе әҙәмде эҙләү эштәре бара.