Шоңҡар
+2 °С
Ясно
Новости
9 Января 2022, 12:55

Халыҡ байрам итеп туймаған

Оҙайлы ялдарҙа кемдер үҙен бәйҙән ысҡынған эт хәлендә итеп тоя башлай...

Добавить в предпочтительные источники Google

Красноярск өлкәһендә атай кеше өс йәшлек улын урамда, сит кешеләр араһында “онотоп” ҡалдыра ла, үҙе күңел асырға тая. Бәләкәй баланың яңғыҙ икәнлеген ярай ҙа ейәнсәре менән саф һауа һуларға сыҡҡан бер өләсәй аңғарып ҡала. Ул 112 һандарына шылтыратып хәлде аңлата.

Асыҡланыуынса, әсәй кеше малайҙы иренә ышанып тышҡа уйнарға сығарған. Ә һаман да байрам итеп туймаған атай ишаратына иһә балаға ҡарағанда күңел асыу өҫтөнөрәк булған.

Халыҡ байрам итеп туймаған
Халыҡ байрам итеп туймаған
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас