Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2022, 06:30

Ғәрәп телен өйрәнәләр

Бәләкәй генә ауылда балалар үҙҙәренсә ял итә.  Һеҙҙең ауылда уҡыусылар каникулды нисек үткәрә?

Йылайыр районының 60-ҡа яҡын ғына өйҙән торған Сәләх ауылында балалар үҙҙәренсә ял итә.

Ауыл мәсетендә уҡыусылар ғәрәп телендә йыр йырлап, алфавит менән танышып, исемдәрҙе яҙып, бутҡа һәм тәмлекәстәр менән һыйланып ҡайтты. Сараны Нәзифә Иҫәнбаева ойошторҙо. 

"Төрлө йәштәге балаларға бик аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы булды был дәрес! Ғәрәп алфавиты менән тәүге тапҡыр ғына танышыу булһа ла, отоп алырға әҙер генә ултырған балалар, үҙҙәренең исемдәрен,туғандарын да яҙып ҡаранылар. Ойоштороусыларға, тәмлекәстәрен тотоп килгән өләсәй, әсәйҙәргә ҙур рәхмәт!" - тиҙәр сәләхтәр.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас