Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2022, 07:00

Уңайлы ла, тиҙерәк тә

Хәҙерге ваҡытта дәүләт хеҙмәттәре буйынса барлыҡ мөрәжәғәттәрҙең 55 проценты электрон рәүештә ҡабул ителә.

Уңайлы ла, тиҙерәк тәУңайлы ла, тиҙерәк тә
Уңайлы ла, тиҙерәк тә

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская 2021 йылда Президент Владимир Путин тарафынан  барлыҡҡа килгән "Һанлы иҡтисад" дөйөм дәүләт проекты эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр  11 айҙа  министрлыҡ тарафынан республика бюджетына  817,2 миллион һум аҡса индерелгән, был билдәләнгән пландың 104,7 процентын тәшкил итә. Электрон формала ғаризалар биреү юлы дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн уңайлы һәм тиҙерәк бара. Хәҙерге ваҡытта дәүләт хеҙмәттәре буйынса барлыҡ мөрәжәғәттәрҙең 55 проценты электрон рәүештә ҡабул ителә. Мәҫәлән, 2021 йылдың 22 декабренә барлығы 60 030 ғариза килгән, шуның  32 249-ы – электрон рәүештә. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда министрлыҡ тарафынан 86 мең ғариза, ә урындағы үҙ идара органдары тарафынан 11 465 мөрәжәғәт электрон рәүештә эшкәртелгән.

"Һанлы иҡтисад" дөйөм дәүләт проектына ярашлы һанлаштырыу эше әүҙем бара.

Фото: eninsk-kuz.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортоста

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас