

Был һорауҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА бирҙе.
«Дуҫтар, алкоголь һатыу өсөн тейешле йәш кимәле төрлө илдәрҙә 18-21 булып ҡалыуын, ә Рәсәйҙә, документты күрһәткәндә, 18-ҙән (бәлиғлек) мөмкин икәнен беләһегеҙме? Был хоҡуҡи норма, үҫешкән илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, үҫмерҙәрҙең алкоголь ҡулланыуына ҡаршы һөҙөмтәле көрәш сараларына индерелгән. Магазин һатыусыһына, әгәр ул бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлек һатһа, 30-50 мең һум штраф янай.
Мине шул ҡыҙыҡһындыра: республикала күпме һатыусыға бәлиғ булмағандарға алкоголь һатҡаны өсөн штраф һалынған икән? Дуҫтар, ә һеҙ берәй һатыусының ҡулына шешә тотоп торған үҫмерҙән документын һорағанын күргәнегеҙ бармы?» — тип мөрәжәғәт итте Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.