Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Ғинуар 2022, 16:41

Дамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе саҡыра

Ижади бәйге 7 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем дауам итә.

Дамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе саҡыраДамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе саҡыра
Дамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе саҡыра

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир, прозаик һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов исемендәге ике әҙәби конкурс иғлан ителде. "Тәбиғәт ҡосағында" конкурсына — шиғырҙар һәм " Урманда үткән бер көнөм" конкурсына ҡыҫҡа хикәйәләр ҡабул ителә. Ижади бәйге 7 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем дауам итә.

Конкурстың ойоштороусыһы — Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы.

"Конкурсҡа бер шиғыр йә бер хикәйә ебәрергә мөмкин. Хикәйәнең күләме А4 ҡағыҙында ике биттән артмаҫҡа тейеш", - тип иҫкәртә ойоштороусылар.

Конкурс эштәрен һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте samatova.1973@inbox.ru адресын буйынса ебәрергә кәрәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас