Бер мәл интернетта гиҙгәндә Тәскирә Даянованың “Ышан, урман!” тигән әҫәренә юлыҡтым. Замана проблемалар уҫмерҙәр йөҙөндә яҡтыртҡан был повесть уҙенә шунда уҡ магнит һымаҡ тартты.
Төп герой Сулпанды исеме есеменә тап килә. Ул, ысынлап та, яҡты йондоҙ шикелле. Тиңдәштәре араһында һылыулығы, уҡыуға зирәклеге менән күптәрҙе үҙенә ылыктыра. Тик ғаиләлеге тынысһыҙлыҡ арҡаһында холҡо нығынып өлгөрмәй ҡала. Ул өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән текә егет Русландың ҡапҡанына эләгә. Башта - һөйөү, һунынан наркомания ҡапҡанына эләктерә быяла күҙле, үҙ һүҙле егет. Әҫәрҙә ваҡиғалар шул хәтлем тиҙ үҫешә. Бер ыңғай автор уҡыусыһын наркомандар тормошо менән да таныштыра, улар арҡаһында яҡындарының ниндәй хәлгә ҡалыуҙарын да асыҡ итеп һүрәтләп бирә ала.
Руслан менән Сулпандың бәйһеҙ тормошо оҙаҡҡа бармай. Үҙен генә түгел, бүтәндәрҙең дә яҙмышын селпәрәмә килтерергә ынтылған егет доза артыҡ һалыныу сәбәпле был донъянан китеп бара. Ә Сулпанды янында ғына йөрөгән, үҙенең көслө ихтияры, күп белеүе, сабырлығы менән бүтәндәрҙән айырылып торған Йыһанур исемле егет ҡотҡарып алып ҡала.
Билдәле булыуынса , үлемгә илткән был насар ғәҙәттән еңел һәм тиҙ генә ҡотолоп булмай. Табиптар ҙа уның менән йылдар буйы көрәшәләр. Бигерәк тә, ломка мәлендә ауырыусы үҙен-үҙе белмәҫкә, тирә-яғындағыларға хәүеф тыуҙырырға, хатта ҡул һалырға ла мөмкин. Сулпан менән дә шулай. Ярай ҙа янында Йыһанур була. Ул ҡыҙҙы урман төпкөлөндә үҙенсә дауалай, ҡарай, тәрбиәләй. Табип булырға хыяланған йәш кеше ауырыуҙы тир ярҙамында сығара. Шулай уҡ саф һауа, тынлыҡ та әҙәм балаһы өсөн мөһим икәненә яҡшы төшөнә. Әлбиттә, наркомания һаҙлығына бер батҡан кешене сығарыуы еңелдән түгел. Йыһанурға ла башта Сулпан менән ауыр була. Әммә уның ҡыҙҙы яратыуы, ныҡышмаллығы менән ниәтенә ирешә ала. Русландың үлемен ишеткән ҡыҙҙың йәшәгеһе килмәй, башына төрлө насар уйҙар килә. Был ваҡытта егет уны тәүлек буйы күҙҙән ысҡындырмай. Шулай үҙе теләп алған ауырыу менән яфаланған ҡыҙҙы элекке тормошона ҡайтарғансы оҙаҡ ҡына ваҡыт үтә.
Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да таҙарынған Сулпан, ниһайәт, йәшәүҙең мәғәнәһенә төшөнә. Баҡһаң, шәп булып күренеү, бүтәндәрҙән өҫтөн булыу өсөн энә ҡаҙатырға ла, тәмәке тартырға ла иҫерткес исемлектәр эсергәлә кәрәкмәй икән. Бары тик бүтәндәрҙең алама ҡылыҡтарын ҡабатламай, һинең өсөн өҙөлөп торған, һиңә тик яҡшылыҡ ҡына теләгән яҡындарыңдың әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, мәктәптә тырышып уҡыу ҙа етә. Быны аңлаған ҡыҙ Йыһанур менән уны төрлө сүрәттә күреп сер һаҡлаған урманға үҙенә ышанырға һүҙ бирә, ант итә.
Шулай итеп, йәш быуынды насар ғәҙәттәрҙән арынырға саҡырған Тәскирә Даянованың “Ышан, урман!” повесында бөгөнгө көндә актуаль проблемаларҙын сығыу юлы Сулпан, Йыһанур образдарында асылыу менән бергә, кеше тәбиғәт балаһы икәнлеге тағы ла бер тапҡыр иҫбат ителә. Саф һауаһы, файҙалы үҫемлектәре менән зарарланған ағзаларҙы ғына дауалап ҡалмай, һиллектә күңел тыныслығы табырға ла, уйҙарҙы ла рәткә һалырға ярҙам итә.
Милена Абдуллина. Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Ғафури районы.