

Совет осорондағы көнкүреш йорттары хәтерегеҙҙәлер? Шуның һымаҡ урындар артасаҡ. Хәҙерге заман теле менән әйткәндә - коворкинг үҙәге.
Үҙәктә бер юлы әллә күпме мәсьәләне хәл итеп ҡайтырға мөмкин. Бында эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр сәс ҡырҡыу, кейем тегеү һәм ремонтлау, аяҡ кейемдәре ремонтлау, асҡыстар эшләү, кейемдәрҙе химик юл менән таҙартыу, фото төшөрөү, көнкүреш компьютер техникаһын, телефондар ремонтлау, полиграфия һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтә.
Хатта психолог, юрист, финанс белгесе хеҙмәттәре булыуы ла күҙалланған.
Ваҡыт әрәм булмай, төрлө урындарға барыр өсөн юллыҡ аҡса сарыф ителмәй.
Яңы йыл алдынан Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында көнкүреш коворкинг үҙәге асылды. Бында тегеү цехы тулыһынса әҙер, массаж, косметологик хеҙмәттәр күрһәтелә лә башлаған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана