Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Ғинуар 2022, 06:48

Әсәлек капиталын тағы ниндәй маҡсаттарҙа тотонорға мөмкин?

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин был хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйған.

Әсәлек капиталын тағы ниндәй маҡсаттарҙа тотонорға мөмкин?Әсәлек капиталын тағы ниндәй маҡсаттарҙа тотонорға мөмкин?
Әсәлек капиталын тағы ниндәй маҡсаттарҙа тотонорға мөмкин?

Хәҙер әсәлек капиталына күреү һәм ишетеү һәләте насар балалар өсөн ярҙам итерҙәй үҫеш материалдары, техник саралар һатып алырға мөмкин.

Брайль картиналары һәм колодалары, тактиль китап һәм тауышты көсәйтеүсе ҡолаҡсындар, Брайль шрифты менән портатив компьютерҙар, һөйләм синтезаторы хаҡында һүҙ был.
Шулай уҡ, әсәлек капиталын өс һәм дүрт тәгәрмәсле велосипед, велотренажер, инвалид коляскаһы өсөн электр приставкаһы, инсулин помпаһы, махсус партаға тотонорға мөмкин буласаҡ.

Кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алыу сығымын ҡаплау өсөн Пенсия фондының территориаль бүлегенә, күп функциялы үҙәккә (МФЦ) ғариза яҙырға кәрәк.

Февраль айынан әсәлек капиталы фактик инфляцияға ярашлы күтәреләсәк.

Әлегә тәүге бала өсөн әсәлек капиталы 483 мең һум түләнә, икенсе һәм унан һуң тыуған балалар өсөн - 639 мең һум.

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас