

Кембридж һүҙлеге 2021 йылдың һүҙе тип — perseverance — һүҙен билдәләне. Был һүҙҙе Кембридж һүҙлегендә 243 000 тапҡыр эҙләгәндәр.
"Түҙемлек, сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ" мәғәнәһенә тап килгән был һүҙ үткән йылдың билдәһе булырға ысынлап та лайыҡлы тип әйтергә була.
Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин үҙенең блогында: "ИннаЛлахи мәғәс-сабирин — ысынлап та, Аллаһ сабырлылар менән бергә. Бер нәмәгә ҡарамай, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, төрлө ауырлыҡтарҙы түҙемлек менән үтеп, үҙ маҡсатына ынтылыуҙы дауам иткәндәр менән Аллаһ гел бергә. Был йәһәттән «сабыр» һүҙе тап шул «perseverance» һүҙенең мәғәнәһенә тап килә", - ти.
Фото: Башҡортостан диниә назараты сайтынан
Гөлсинә Йосопова