“Республикала электрон сығанаҡтар менән эш итеү, халыҡ араһында уны ҡулланыу үткән йылда күҙгә күренеп артҡан. Унда 127,6 мең кеше теркәлгән. Шулай итеп, йәмғеһе 1835756 кеше хәҙерге ваҡытта был электрон сығанаҡты ҡуллана. Теркәлеүселәрҙең йәш арауығы яҡынса 19 – 46 йәштәгеләр. 2021 йылда “Госуслуга” аша 103 яңы электрон бүлек барлыҡҡа килде. Аңлап ҡабул иткәндәргә ҡулайлы алым. Үткән йылда ғына уның аша табипҡа күренеү өсөн 4,6 млн ғариза бирелгән. Әлеге ваҡытта республикала йәшәүсе халыҡтың 50 проценты электрон сығанаҡтар менән әүҙем ҡуллана. 2023 йылда был һандарҙы 95 процентҡа еткереү планлаштырылған”, - тине аҙнаның сираттағы кәңәшмәһендә Республиканың цифрлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республиканың цифрлы үҫеше министрлығы коллективына үткән йылда һөҙөмтәле эшләүҙәре өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә халыҡтың ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып эшләргә кәрәклеге хаҡында әйтте.