Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Ғинуар 2022, 09:05

Зәки Әлибаев тыуған көнөн билдәләй

Зәки Арыҫлан улын күркәм юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, яңы артылыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Зәки Әлибаев тыуған көнөн билдәләйЗәки Әлибаев тыуған көнөн билдәләй
Зәки Әлибаев тыуған көнөн билдәләй

 

Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1974—1984 йылдарҙа урындағы урта мәктәптә уҡый. Өлкән кластарҙа әҙәби ижадҡа ылыға, республика балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты менән бәйләнеш тота. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һуңғы курстарҙа әҙәбиәт белеме буйынса ғилми тикшеренеүҙәр башлай.З.Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012). 2017 йылдың 31 мартынан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас