Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Ғинуар 2022, 08:54

Бөгөн яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүргә — 85 йәш

Башҡортостан Башлығы «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» тигән рубрикаһында абруйлы аҡһаҡал, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Шәкүр хаҡында һөйләне. Бөгөн уға 85 йәш тулды.  

Бөгөн яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүргә  — 85 йәшБөгөн яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүргә  — 85 йәш
Бөгөн яҙыусы һәм ғалим Рәшит Шәкүргә — 85 йәш

«Рәшит Закир улын башҡорт халҡының рухи таянысы тип йөрөтәләр. Публицистик мәҡәлә йәки шиғыр, проза йәки монография булһынмы, һәр юлды ул йөрәгенән үткәреп яҙа. Уның әҫәрҙәре тыуған еренә, туған теленә һөйөү менән һуғарылған», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Тап Рәшит Закир улы «Башҡортостан» энциклопедияһын булдырыу идеяһын тәҡдим итте, ул күп томлы универсаль «Башҡорт энциклопедияһы»ның концепцияһын әҙерләп, ошо проектты уңышлы тормошҡа ашырҙы, уның редакцияһы аҫтында башҡорт телендә Ҡыҫҡаса энциклопедия донъя күрҙе, тип билдәләне республика Башлығы.

Радий Хәбиров үҙенең аккаунтын уҡып барыусыларға ғалим һәм яҙыусының тәүге һөнәренең нефтсе булыуы, ғаиләһе — тормош иптәше Марина Нәби ҡыҙы һәм ҡыҙҙары Шәүрә, Гөлдәр хаҡында ла бәйән итте.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас