Мәктәп йылдарында уҡ "Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә әүҙем яҙышҡан Мәсетле егете Илшат Зариповтың журналист буласағына туғандары ла, класташтары ла шикләнмәй. Рәми Ғарипов исемендәге Республика 1-се интернат- гимназияһына килгәс, Матбуғат йортона килеү, бында эшләгән апай-ағайҙарҙың үҙҙәре менән яҡындан танышыу, аралашыу уның был теләгән көсәйтә генә. Егет мәктәптән һуң БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын "Шоңҡар" йәштәр журналында башлай һәм бер аҙҙан баш мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. Илшат Булат улы - Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре. Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, бына тигән ҡыҙ, ул үҫтерә.