

Был көндәрҙә Ҡариҙел районы Яугилде ауылы халҡының ҡыуанысы ҙур - тиҙҙән бында яңы клуб асыуҙы байрам итәсәктәр. Әле ҡыҙыу әҙерлек эше бара. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр яңы клубтың эсен һәм тышҡы биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Күрше Тайҡаш ауыл мәҙәниәт йорто, Әртәкүл, Иҫке Иткүсте һәм Әбүталип ауыл клубтарының хеҙмәткәрҙәре коллегаларына дәррәү ярҙам итте. Район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйенов ярҙам өсөн уларға ҙур рәхмәт белдерҙе. “Ошондай “ҡыҙыу осорҙа” ваҡыт һәм мөмкинлек табып, ярҙам ҡулы һуҙған күршеләргә ҙур рәхмәт”, – тине ул.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204058
Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204058
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан