Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 12:59

Башҡортостан спортсыһы — юниорҙарҙың Донъя кубогында икенсе

Турнир Италияның Удине ҡалаһында уҙҙы.

Башҡортостан спортсыһы — юниорҙарҙың Донъя кубогында икенсе

Башҡортостандан Полина Хәйертдинова юниорҙар араһында ҡылыс менән фехтование буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы. Турнир Италияның Удине ҡалаһында уҙҙы.

Ярымфиналда Полина Венгрия спортсыһы Эстер Мухари менән алышта иң яҡшыһы булды һәм 15:13 иҫәбе менән еңеү яуланы. Финалда Хәйертдинова Рәсәйҙән Яна Бекмурзова менән осрашты. Һөҙөмтәлә Бекмурзова 15:13 иҫәбе менән еңеп сыҡты.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов