Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 07:00

Иң яҡшылар иҫәбендә

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙә урынлашҡанбыҙ шул...

Милли туристик рейтинг буйынса уҙған йылда Башҡортостан ун икенсе урынға сыҡҡан һәм Рәсәйҙә “алтын егерме”нең береһе булып иҫәпләнә, тип хәбәр итә “Рәсәйҙәге ял” тип аталған журнал.

2015 йылда Башҡортостан тәү башлап туризм буйынса ойошторолған был конкурста ҡатнаша һәм ул ваҡытта егерме урынға сыға. Һуңынан йыл һайын ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә бара. 2018  йылда – унынсы, 2019 һәм 2020 йылдарҙа туғыҙынсы урынды ала.

Башҡортостанда, ысынлап та, туризмды үҫтереү буйынса әүҙем һәм һөҙөмтәле эштәр алып барыла һәм уларҙың барыһы ла “Туризм”  милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:Разинә Зайнетдинова