+10 °С
Болотло
БДМУ клиникаһында табиптар 49 йәшлек ҡатындың аналығынан ауырлығы 5 кг еткән шеште алғандар.
“Был ҡатын егерме йыл дауамында табипҡа бөтөнләй күренмәгән. Бары тик шеш уға хәрәкәт итергә лә ирек бирмәй башлағас ҡына беҙгә мөрәжәғәт итеүҙе кәрәк тип тапҡан”, - ти акушер һәм гинекология бүлеге мөдире Әлфиә Ящук.
Операция ике сәғәт дауамында барған һәм тиҙҙән пациент һауығып өйөнә ҡайтасаҡ.