Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 07:30

Тарихты беләһеңме?

Йәш быуындың тарихҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн яңы ҡарар ҡабул ителгән.

Рәсәйҙә ағымдағы йылдың яҙында мәктәп туризмын үҫтереү буйынса яңы программа эшләй башлаясаҡ һәм йөҙ меңдән уҡыусы ял итә аласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары  Дмитрий Чернышенко Премьер-министр Михаил Мишустиндың вице-премьерҙар менән уҙғарған кәңәшмәһендә хәбәр иткән.

Премьер-министр Михаил Мишустин әйтеүенсә, бындай сәфәрҙәр йәш быуынға тыуған яҡ тарихы менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирәсәк. Әлегә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллион һум тирәһе аҡса тотоноу күҙаллана һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенә субсидиялар биреләсәк.  Ул “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә башҡарыла һәм был программа 5 – 9 класс уҡыусылары өсөн танып-белеү туризмын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.  

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тарихты беләһеңме?
Автор:Разинә Зайнетдинова