Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 17:51

Африка рәссамы — Башҡортостан тураһында

Нигерия рәссамы Тайо Огунсола башҡорт мәҙәниәтенә арнап картина яҙған.

Африка рәссамы — Башҡортостан тураһында

Нигерия рәссамы Тайо Огунсола башҡорт мәҙәниәтенә арнап картина яҙған. Ул Өфө дәүләт нефть университетында белем ала. Былтыр көҙ йәш рәссам юғары уҡыу йортоноң фойеһында шәхси күргәҙмәһен ойошторған. Сит тарафтарҙан килгән студенттың ижады һәм үҙе менән шунда танышҡан Нурзиә Хәсәнова бына нимә ти: «Фатирыбыҙҙың бер бүлмәһен милли зауыҡ менән биҙәргә ҡарар иткәс, Нигерия рәссамы иҫкә төштө. Сит тарафтан килгән ижадсы милли мәҙәниәтебеҙҙе нисек сағылдырыр, тигән ҡыҙыҡһыныу ҙа көслө ине. Тайоға миҫал өсөн аҫалы башҡорт балаҫтарының һәм сигеүле янсыҡтарҙың һүрәтен ебәрҙем. Тағы ла: «Тере йән эйәләрен төшөрөргә ярамай», — тип иҫкәрттем.

«Миңә композиция өҫтөндә оҙаҡ уйланырға тура килде, сөнки ошоға тиклем кешеләрҙе һынландырмаған бер эшем дә булманы», — ти Тайо картинаның нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында.

Һөҙөмтәлә башҡортса биҙәкле һәм нигерийса «акцентлы» йәмле картина килеп сыҡты: Тайо беҙҙең ыҡсым милли биҙәктәрҙе күпселек Африка халыҡтарына хас ҡыйыу һәм сағыу буяуҙар менән килешле итеп берләштереүгә өлгәшкән.

Шулай уҡ рәссам, үҙ күҙлегенән сығып, кәрәҙҙе хәтерләткән геометрик фигуралар өҫтәгән. Әхирәтем — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссамы, башҡорт биҙәктәренә арналған «О чём поёт орнамент?» спектакленең ҡуйыусы рәссамы Әнисә Томаншина билдәләүенсә, был фигуралар шулай уҡ һандыҡ өҫтөндә ҡабарып ятҡан мендәрҙәрҙе хәтерләтә һәм өйгә ҡот өҫтәй.

Картиналағы тәкә мөгөҙө етеш тормошто һынландыра, ромбтар — берҙәмлектә ғүмер итеүҙе. Йәшел — йәшәү, ә һары — шатлыҡ, йылылыҡ һәм ҡояш төҫө. Кәрәҙ иһә беҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырының юлдарын иҫкә төшөрөп торасаҡ», — ти Нурзиә Хәсәнова.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов