Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 12:28

Ауыл халҡы был турала күптән хыяллана

#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостана

Ауыл халҡы был турала күптән хыяллана
Ауыл халҡы был турала күптән хыяллана

Ауырғазы районының Мәнеү ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты октябрҙә төҙөлә башлаған.

Социаль объектта әле төҙөлөш эштәре тамамланған, тиҙҙән медицина ҡоролмалары, мебель урынлаштырыласаҡ.

"Элекке бинаның түбә һәм стеналарҙағы ярыҡтарынан ел өрә ине. Тәҙрәләрҙе йыуғанда тәүҙә эстән, аҙаҡ урамға сығып тышҡы яғын йыуырға, рамдарын сисергә тура килә торғайны. Хәҙер ҡалалағы кеүек шарттарҙа эшләйәсәкбеҙ", - ти Нина Афанасьева, Мәнеү ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе.

Яңы социаль объектта ауылда йәшәүсе 318 кеше, шул иҫәптән 32 балаға медицина хеҙмәте күрһәтеләсәк.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в