

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге коллективы балалар ялын күңелле үткәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡаланың Иҙелбай урамында ойошторолған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ҡала үҙәгенән ситтә урынлашҡан биҫтәлә йыл да боҙ ҡаласығы төҙөлә. Бала-саға өсөн был бик уңайлы. Күңел асыу сараһы ла урындағыларҙың ялын файҙалы итеү ойоштороу өсөн уҙғарылды. Был маҡсатта Халыҡ ижады үҙәге автоклубы көс һалды.
Районға бүленгән тәгәрмәсле сәхнә артабан да биҫтәләр һәм ауылдар буйлап йырлы-моңло сәфәрен дауам итәсәк. Саф һауала ял итеү күпкә файҙалыраҡ та, күңеллерәк тә.
Р. Рәхимова.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/168882-mektep-ukyusylarnyn-kyshky-kanikuly-dauam-ite