Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 10:15

Әсәлек капиталы һәм башҡа түләүҙәр буйынса үҙгәрештәр көтөлә

Рәсәй хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, әсәлек капиталы, ветерандар өсөн түләүҙәр һәм башҡа пособиелар 8,4 процентҡа индексациялана. 

Әсәлек капиталы һәм башҡа түләүҙәр буйынса үҙгәрештәр көтөлә

Рәсәйҙә 1 февральдән алып ҡайһы бер социаль түләүҙәрҙе инфляция кимәле буйынса индексациялайҙар, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығынан. 

Йәшәү минимумы кимәле менән бәйле булмаған социаль түләүҙәр һәм компенсациялар 8,4 процентҡа индексациялана.

"Бында әсәлек капиталы, ветерандар өсөн түләүҙәр, йөклөлөк осоро һәм бала табыу, баланы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләү өсөн түләүҙәр (эшләмәгән граждандар өсөн), радиоактив йоғонтоға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа социаль ярҙам саралары инә", - тиелә хәбәрҙә. 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова