Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 22:35

Йөрәктәрҙе өҙөр моңдары ҡалды

Башҡортостандың халыҡ артисы, моңло йырсы һәм һоҡланғыс шәхес Риза Мәһәҙиевтың ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүенә бер йыл. Уға ни бары 48 йәш ине.

Йөрәктәрҙе өҙөр моңдары ҡалды

 Риза Рафаил улы Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған.

«Ҡатындар болаһы» спекталендә Риза Мәһәҙиев Йомабай ролендә, 2004

1993 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

Риза Мәһәҙиев — төрлө жанрҙарҙа ла берҙәй уңышлы ижад итеүсе сәхнә оҫтаһы. Ул — башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы. «Актёр йыры — 94» конкурсы дипломанты. «Дуҫлыҡ моңо — 2002» бәйгеһе лауреаты.

2000 йылдан башлап театрҙың профсоюз комитетын етәкләй. Ҡала һәм республиканың барлыҡ ижтимағи, мәҙәни саралары унһыҙ үтмәй.

2014 йылда Роза Шәрипова менән «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» милли кинофильмында башҡорт һәм татар халҡының мөхәббәт гимны булған төп йырҙы башҡара.

Автор:Венер Исхаков