Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар , 20:50

Ауыл хужалығы һалым түләүҙән азат ителерме?

Беҙ, ошо хоҡуҡты файҙаланып, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ошо рәүешле яҡлау формаһын тәҡдим итәбеҙ.

Ауыл хужалығы һалым түләүҙән азат ителерме?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзалары «Башҡортостан Республикаһы территорияһында берҙәм ауыл хужалығы һалымы ставкаһын билдәләү тураһында» БР законы проектын хупланы.

– Закон проекты ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен ике йылға берҙәм ауыл хужалығы һалымын түләүҙән азат итеүҙе тәҡдим итә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Элек һалым ставкаһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында берҙәм ине, әммә төбәктәргә уны түбәнәйтеү хоҡуғы бирелде. Беҙ, ошо хоҡуҡты файҙаланып, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ошо рәүешле яҡлау формаһын тәҡдим итәбеҙ. Һалым йөкләмәһен түбәнәйтеү республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеүсәнлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ һәм эш урындарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Документ иҡтисадҡа ярҙам итеү буйынса өсөнсө пакет саралары сиктәрендә әҙерләнде.

Закон проекты, 27 ғинуарҙа үткәреләсәк парламент ултырышының көн тәртибенә индереү өсөн, Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрелде.

Автор:Айнур Акилов