Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар , 09:53

Дәүләт ярҙамы алырға мөмкин

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк программаһы сиктәрендә бизнесты үҫтереүгә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамы алырға мөмкин.

 

Дәүләт ярҙамына эшһеҙ тип табылған, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса һөнәри белем йәки өҫтәлмә һөнәри белем алған эшһеҙҙәр иҫәп тота ала.

 

150 мең һум самаһы аҡсаны эшҡыуарлыҡ өсөн тотонорға мөмкин. Юридик шәхес, шәхси эшҡыуар йәки крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ теркәлергә кәрәк була.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы"

Дәүләт ярҙамы алырға мөмкин
Автор:Загида Мусина