Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар , 12:00

КФУ ректоры Илшат Ғәфуров ҡулға алыныуына ҡарата суд ҡарарына шикәйәт белдергән

Ғәфүровтың енәйәте раҫланһа, уны ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал. 

КФУ ректоры Илшат Ғәфуров ҡулға алыныуына ҡарата суд ҡарарына шикәйәт белдергән

КФУ ректоры Илшат Ғәфуров ҡулға алыныуына ҡарата суд ҡарарына шикәйәт белдергән, тип яҙа Татар-информ. 

Мәғлүм булыуынса, Татарстандың Дәүләт Советы депутаты Илшат Ғәфуров енәйәтсел ойошма аша кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Мәскәүҙең Басман суды КФУ ректорын ике айға, 21 февральгә тиклем, ҡулға алды.  1999 йылдың 29 авгусында Яр Саллылағы «29-сы комплекс» енәйәтсел төркөмөнөң лидерҙары  Мәскәүҙә Алабуға ҡала советы депутаты Айҙар Исрафиловҡа атып ғүмерен өҙә. Был енәйәт Илшат Ғәфуровтың заказ буйынса ҡылынған тип белдерәләр. 

Ғәфүровтың енәйәте раҫланһа, уны ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал. 

 

Автор:Венер Исхаков