Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 12:33

8400 һум кемдәргә түләнәсәк?

Был яңылыҡ 15 ғинуарҙан ғәмәлгә инә.

8400 һум кемдәргә түләнәсәк?

2022 йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә  ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙ, йәғни "больничный" түләүҙәренең күләме артасаҡ. Был яңылыҡ 15 ғинуарҙан ғәмәлгә инә. Түләүҙәрҙең күләме эш хаҡы күләменә һәм стажға бәйле буласаҡ. Быйыл "больничный"ҙың минималь суммаһы көнөнә - 439 һумды, ә максималь сумма  2 572 мең һумды тәшкил итәсәк. Уртаса түләүҙәр иһә 1203 һум тип иҫәпләнә. Статистикаға күҙ һалһаҡ, ғәҙәттә, Рәсәйҙә кеше бер аҙна ауырый. Шулай итеп, бер аҙна өсөн ул 8421 һум аҡса аласаҡ.

Автор:Айнур Акилов