Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар , 12:03

Ҡаңлы, Ҡырғыҙ һәм Йылан йәштәре Ҡандракүлдә көс һынашты

Унда командалар арҡан тартышыу, «сана биатлоны», уҡ атыу буйынса көс һынашты.

Ҡаңлы, Ҡырғыҙ һәм Йылан йәштәре Ҡандракүлдә көс һынашты

Туймазы районында ҡышҡы уйындар үтте. Унда командалар арҡан тартышыу, «сана биатлоны», уҡ атыу буйынса көс һынашты.

«Беренсе ҡышҡы «Бәйге» уйындарының «Айыҡ ауыл» конкурсына ярашлы үтеүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Башҡорт халҡына айыҡлыҡ, сәләмәт тормош алып барыу борондан хас һәм ошо асылыбыҙға ҡайтыу йәмғиәтебеҙгә, һис шикһеҙ, ыңғай тәьҫир итәсәк. Әлеге ярыштарҙың 16 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторолоуы бигерәк тә яҡшы. Киләсәгебеҙ - уларҙың ҡулында,»  — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

«Бәйге»лә 8 — 11-се класс егеттәре алтышар кешелек командаларға бүленеп ярышты. Улар Ҡандракүл тирәһендә йәшәгән ырыуҙарҙың исемдәре менән аталды: Йылан һәм Ҡырғыҙ.

Ярыштарҙың баш судьяһы Раил Бикмаев ҡышҡы шарттарҙа ла көс һынашып булғанын иҫбат итә алды: сана һөйрәү, боҙ өҫтөндә «Тарт-эт», арҡан тартышыу һымаҡ ярыштарҙа йәштәр бөтөн һәләттәрен күрһәтә алды.

«Был ярыштарҙа иң мөһиме — берҙәм команда рухы. Әлбиттә, эш көстә лә — даими күнекмә үткәндәр еңә. Шул уҡ ваҡытта дуҫының, ырыуҙашының иңен һиҙмәгән, бер командала эшләй белмәгәндәр, һис һүҙһеҙ, еңелеүгә дусар була,» — ти Раил Бикмаев.

Өсөнсө урынды алған Ҡаңлы командаһы киләсәк уйындарға нығыраҡ әҙерләнәсәген белдерҙе. «Бындай сарала тәүгә ҡатнашабыҙ. Ярыштар бик шәп ойошторолдо. Киләһе «Бәйге» лә беҙ еңеүсе буласаҡбыҙ,» - тине Ҡаңлы ырыуы йәш атлеты Ислам Вәлитов.

Икенсе урынды яулаған Йылан ырыуы йәштәре: «Беҙҙе, ысынлап та, иң көслөләр еңде», — тип белдерҙе. Был командалағы егеттәр хоккей һәм футбол менән шөғөлләнә.

Ысынлап та, Ҡырғыҙ ырыуы командаһы ныҡлы әҙерлек менән килгәйне: улар — самбо, ирекле көрәш һәм каратэ буйынса спортсылар.

Был уйындар артабан да үткәрелер, башҡа йәштәр ҙә беренселеккә дәғүә итер тигән ышаныста Ҡандракүлдәге "Бәйге«не үткәреүгә күп көс һалған милләттәшебеҙ Рәмзин Әбсәләмов. Был фекергә профессиональ спортсылар ҙа ҡушыла: «Бәйге» киләсәктә республикабыҙҙың бренды була аласаҡ.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов