Германияның Рупольдинг ҡалаһында биатлон буйынса донъя кубогының алтынсы этабында Рәсәй йыйылма командаһы эстафетала еңеү яуланы.
Милли команда өсөн Кәрим Хәлили, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Максим Цветков сығыш яһаны. Рәсәй халҡы өсөн өҫтәмә дүрт патрон ҡулланырға тура килде.
Икенсе урында —Германия, өсөнсө урынды Белорусь йыйылма командаһы алды.