Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Ғинуар 2022, 11:15

Һалҡын ҡышта күңелде йылытырлыҡ яңылыҡ

Асарбаҡтар ҡышты нисек үткәрә?

Бураны менән селләһе быйылғы ҡышта сиратлашып килеп кенә тора. Йылы өйөңдә, ғаиләң яныңда булһа, тәбиғәттәге бындай ваҡыттар һиҙелмәй генә үтеп китә. Ә бына йәшәр мөйөшө булмаусыларға ҡышты нисек уҙғарырға?

“Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ҡушылғандары тулыһынса үтәлде. Өфөлә йорт-ере булмаған кешеләр өсөн йылыныу, йылы аш менән туҡланыу, таҙа кейем һәм психологик ярҙам алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде”, - ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры  Ленара Иванова.

Өфө ҡалаһында Ҙур Граждан урамы №22Б йорт янында ваҡытлыса махсус йылытылған әрме палаткаларында асарбаҡтарға ҡышты хәүефһеҙ уҙғарыу өсөн ярҙам пункты асылған.

Һалҡын ҡышта күңелде йылытырлыҡ яңылыҡ
Һалҡын ҡышта күңелде йылытырлыҡ яңылыҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас