Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар 2022, 12:15

Үҙе артынан кейәүҙәре лә киткән

Батша заманындағы кеүек, йылы урындар нәҫелгә, туған-тыумасаға ҡарап бирелә башланы шул...

Ҡаҙаҡстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаевтың ике кейәүен, президент программаларын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, эре компанияларҙа етәксе вазифаларынан бушатҡандар.

“Ҡаҙаҡстан президенты Ҡасим Токаев ғәҙеллек яҡлы етәксе. Әлеге ваҡытта "Казтрансгаз" һәм "Казтрансойл" милли компанияларының етәкселәре, Ҡаҙаҡстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаевтың кейәүҙәренең эштән бушаталыуҙары ла сенсация түгел”, - ти Ҡаҙаҡстан парламенты депутаты Ерлан Саиров.

Һүҙ Нурсолтан Назарбаевтың Даригә һәм Әлиә исемле ҡыҙҙарының ирҙәре Димаш Досанов менән Кайрат Шәрипбаевтарҙың етәкселек вазифаларынан китеүҙәре тураһында һүҙ бара. Бындай үҙгәрештәрҙең сәбәбе аныҡ ҡына әйтелмәй. Күрәһең, улар ҙа, ҡайнылары кеүек үк, үҙ яғын нығыраҡ ҡайғыртҡандарҙыр.

Үҙе артынан кейәүҙәре лә киткән
Үҙе артынан кейәүҙәре лә киткән
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас