

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ташламалы ипотеканы ҡаплауҙы ябайлаштырҙылар. Хәҙер порталда шәхси кабинет аша туранан-тура «Дом.рф» акционерҙар йәмғиәтенә ғариза ебәрергә мөмкин.
Йәмғиәт кредиторҙан ипотека кредиты, бурыс күләме һәм иҫәп реквизиттары тураһында документтарҙы үҙе һорай. Әгәр был вариант ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында ғаиләләрҙе ҡәнәғәтләндермәй икән, улар ипотеканы тулыһынса түләү тураһында ғаризаны яҙма йә булмаһа электрон рәүештә кредит биргән банкка ебәрә ала.
Билдәле булыуынса, 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем балалары тыуған ғаиләләр ташламалы ипотекаға хоҡуҡлы. Кредит буйынса йыллыҡ ставка - 6 процент, беренсе иғәнә - 15 процент, кредит биреү ваҡыты 30 йылға тиклем. Ташламалы ипотека ярҙамында йә иһә әҙер төҙөлөп килеүсе фатир, шәхси йорт һатып алырға, йәки төҙөргә мөмкин.
Был ярҙам ил Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырылыусы «Демография» һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» дөйөм дәүләт проекттарына ярашлы бойомға ашырыла.
Фото: wikimapia.org
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан