Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Ғинуар 2022, 10:50

Лауреаттарҙы тәбрикләнек

Уларға  дипломдар, аҡсалата бүләктәр тапшырылды.

Лауреаттарҙы тәбрикләнекЛауреаттарҙы тәбрикләнек
Лауреаттарҙы тәбрикләнек

Үҙ йолабыҙҙы дауам итеп, журналыбыҙҙы бай йөкмәткеле, уҡымлы итеүгә күп көс һалған авторҙарҙы тәбрикләү өсөн  бөгөн редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов йыллыҡ лауреаттарҙы ҡотлап, уларға  дипломдар, аҡсалата бүләктәр тапшырҙы.

Бына улар  – “Шоңҡар”ҙың 2021 йылғы лауреаттары:

Гөлнур ҠЫУАТОВА, шағирә, журналист – йыл дауамында маҡсатлы, өлгөлө замандаштарыбыҙ тураһындағы  фәһемле мәҡәләләре менән ҡыуандырғаны өсөн.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ, яҙыусы – 2-се һанда баҫылған “Айһылыу” повесы өсөн.

Альбина ТАҠАЛОВА, рәссам –  журналыбыҙҙы даими  үҙенсәлекле һүрәттәр менән биҙәгәне өсөн.

Баҫмабыҙ менән ихлас хеҙмәттәшлек иткән ижадсыларға яңынан-яңы үрҙәр, һәр саҡ “Шоңҡар” бейеклегендә осоуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас