Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Ғинуар 2022, 15:22

Солтанбәктәр сәләмәт, иманлы, бәрәкәтле тормош яҡлы

Афарин, солтанбәктәр! Ауылға килгән һайын һеҙ үҙегеҙҙең берҙәмлегегеҙ, тырышлығығыҙ, яңынан-яңы матур башланғыстарығыҙ менән һоҡландырып тораһығыҙ.

Солтанбәктәр сәләмәт, иманлы, бәрәкәтле тормош яҡлыСолтанбәктәр сәләмәт, иманлы, бәрәкәтле тормош яҡлы
Солтанбәктәр сәләмәт, иманлы, бәрәкәтле тормош яҡлы

Берҙәмлектәре, оҫталыҡтары менән һоҡландырған, изге башланғыстарҙы районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа беренселәрҙән булып башҡарып ҡуйыусы айыҡ, сәләмәт тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында «Айыҡ ауыл — 2021» республика конкурсы сиктәрендә «Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестиваль ҙур ойошҡанлыҡ менән гөрләп уҙҙы.

Фестивалдең исеме лә урындағғы ер-һыу атамаһы — тау исеменә бәйле. Элек-электән ошо Тыуғанай тауы буйында һабантуйҙар һәм башҡа йыйындар үткәргәндәр.

Байрамда район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйҙуллина, райондың мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре начальниктары Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, Риваль Ринат улы Сәлимов, ситтән ҡайтыусылар һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ихлас ҡаршы алғас, урындағы мәҙәниәт йортоноң «Умырзая» фольклор ансамбле йыр-моң менән сәләмләне.

Фестиваль сиктәрендә солтанбәктәр беренселәрҙән булып "Айыҡлыҡ аллеяһы"н асты. Был урын ауыл халҡын берләштереп, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу кәрәклеген йәштәргә лә күрһәтеп, өндәп торасаҡ.

Артабан ошо "Айыҡлыҡ аллеяһы«нда үҫкән ағастарға ауылда күп бала тәрбиәләүсе Суфияновтар, Садыҡовтар, Фазлыәхмәтовтар, Фәрәховтар, Лотфуллиндар ғаиләләре балалары менән бергәләп береһенән-береһе матурыраҡ итеп эшләп алып килгән тағараҡтарына ем һалып элде. «Беҙ, кешеләр, үҙебеҙ тураһында ғына түгел, ә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында ла һәр саҡ, бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә, хәстәрлек күрергә бурыслы», — тип йәш быуынға матур өлгө күрһәтте солтанбәктәр. Әйткәндәй, Динис Рәдис улы ла ғаиләһе менән ошо «Тағараҡ» акцияһында ҡатнашып, ҡоштарға матур ғына «яңы йорт» элде.

«Афарин, солтанбәктәр! Ауылға килгән һайын һеҙ үҙегеҙҙең берҙәмлегегеҙ, тырышлығығыҙ, яңынан-яңы матур башланғыстарығыҙ менән һоҡландырып тораһығыҙ. Бына бөгөн дә районыбыҙҙа беренселәрҙән булып "Айыҡлыҡ аллеяһы"н астығыҙ! Афариндар! Был урын айыҡ тормошто пропагандалап, һеҙҙе тағы ла изге эштәргә дәртләндереп торһон!» — тип Фәнил Фәнғәт улына һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәтен белдерҙе Динис Рәдис улы.

Береһенән-береһе байыраҡ, матурыраҡ, сағыуыраҡ итеп биҙәлгән саналар парады фестивалдең иң матур өлөшө булғандыр, моғайын. Саналарҙың нисек итеп кенә биҙәлгәндәре юҡ ине: аттар, боландар, Ҡарһылыу санаһы, сәскә гөлләмәһе, ҡар бөртөктәре, хатта Батшабикә каретаһы ла бар ине! Ә уларҙа ҡояш һымаҡ балҡып ултырған бәләкәстәрҙең шатлығын күрһәгеҙ икән?! Уны һөйләп аңлатып та булмай.

Артабан саңғысыларҙан, сана һәм тюбинг шыуыусыларҙан, скандинавия аҙымы менән атлап йөрөүселәрҙән һәм спорт менән шөғөлләнеүсе ауылдаштарҙан торған парад, иң алдан Буран ҡаргиҙгесендә барыусы Данис Суфияновҡа эйәреп, урам тултырып фестиваль үтәсәк майҙанға атланы. Бындай парад һабантуйҙарҙа ла һирәк күренеш. Халыҡ шул тиклем ихлас, айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙарына ҡыуанып, ғорурланып атланы парадта.

Масса-күләм ярыштарҙың береһе саңғы ярышы булды. Иң йәш саңғысыға — өс, ә иң оло спортсыға 76 йәш ине! Ошо ауылда тыуып, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, күптән инде хаҡлы ялда булған Әмирйән ағай Вәлиев бөгөн дә спорт менән дуҫ. Ҡыштарын ул — саңғыла, ә йәйҙәрен велосипедта йөрөргә ярата. Был юлы ла оло йәштәгеләр араһында уға етеүсе булманы.

Рәзғәт Садыҡов етәкселегендә Сураш мәктәбе уҡыусылары ла саңғы ярышында етеҙлектәрен һынаны. Еңеүселәр йәш төркөмдәренә бүленеп, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым билдәләнде. Фестивалдә ҡатнашыусылар барыһы ла бергәләп, майҙан тултырып, мәктәп уҡыусылары күрһәткән дәртле хәрәкәттәрҙе ҡабатлап, дәррәү флешмоб бейене. Бында ла берҙәмлек, бейеүселәрҙең йөҙҙәрендә байрам кәйефе сағылды.

«Тыуғанай FEST» фестивале сиктәрендә ағалы-ҡустылы Данис һәм Назим Суфияновтар етәкселегендә «Бәйге» чемпионаты ла бик ҡыҙыу барҙы. Әйткәндәй, был юҫыҡта бай тәжрибә туплап өлгөргән спорт һөйөүсе егеттәр ауылда башҡорт милли уйындарын тергеҙеү буйынса бик матур эш алып баралар. Байрамда йәше лә, олоһо ла, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сират тороп, сәмләнеп һәм дәртләнеп көс-ҡеүәтен һынап ҡараны: арҡан тартты, таяҡ этте, суҡмар ырғытты.

Уҡытыусылар балалар һәм ололар өсөн төрлө эстафеталар, халыҡ уйындары ла бик күңелле итеп ойошторҙо. Фестиваль майҙаны гөрләп торҙо!

Эргәлә генә аҡҡан саф һыулы Сарс йылғаһында боҙ өҫтөндә балыҡ тотоу буйынса ла ярыш барҙы. Балыҡсы ырыуы ир-егеттәре Рәйес һәм Илнур Хикмәтовтар, Илдар Сайфуллин, Ибраһимов Илшат, Ринат Шәрәфетдинов, Рәфиҡ һәм Радик Рәхмәтуллиндар бында ла һынатманы: ҡармаҡҡа балыҡты эләктереп кенә торҙо! Әйткәндәй, Солтанбәк балыҡсылары районда һәм күрше ауылдарҙа ойошторолған ярыштарҙа ла һәр саҡ призлы урындарҙы яулап ҡайта.

«Тыуғанай FEST» ҡышҡы фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн аш-һыуға оҫта солтанбәктәр байрам табынын да мул әҙерләгәйне. Рәшиҙә Хафизйәнова менән Зинфира Атаниязова усаҡ яғып, ҙур ҡаҙанда былау бешерҙе. Тәмлекәстәр бешереү оҫтаһы Ләйсән Суфиянова фестивалдең логотибын төшөрөп, телеңде йоторлоҡ торт бешергәйне. Асҡында үҙ эшен асҡан Мөршиҙә Хәсәнова ауылдаштарына тәмле пиццалар бешереп алып ҡайтҡайны. Ауыл ағинәйҙәре барыһын да үҙҙәре бешереп алып килгән тәм-томдар, шыжлап ултырған самауыр сәйе, былау менән һыйланы.

Саф һауала гөрләп уҙған сараны музыкаль яҡтан Асҡын район Мәҙәниәт йорто артистары һәм урындағы үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар биҙәне. Жәлил Ғәйбәҙуллин, Рәзинә Фәйзуллина, Зәнилә Рыбина башҡарған дәртле йырҙарға солтанбәктәр көн оҙоно ихлас күңелдән ҡушылып йырланы, бейене. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алынған автоклуб һәр ваҡыттағыса сараны үткәрергә ярҙам итте.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас