2021 йылда, Башкортстан Спорт министрлығы “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, егерме өс муниципаль спорт мәктәбенә спорт ҡоролмалары, йыһаздар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн 52,6 миллион һум бүлеп бирелгән. Был “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
“Йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу өсөн бындай программаларҙың ярҙамы ҙур. Заманса спорт ҡоролмалары һәм йыһаздар һатып алыу һөҙөмтәһендә, спорт мәктәптәренең материаль-техник базаһы күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бынан тыш, 2021 йылдан башлап, был милли проект сиктәрендә бирелгән аҡса тренировкалар һәм спорт ярыштарын үткәреүгә лә тотонорға мөмкин. Уҙған йыл Өфөләге спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеүсе 262 уҡыусы уның файҙаһын күрҙе лә инде”, - ти Өфөнөң физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Егор Сорокин.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан