

БДУ-ның Бөрө филиалында федераль инновция майҙансығы программаһына ярашлы "Һанлы педагогик үҙәк" асылды. Был хаҡта БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина хәбәр итә. "Беҙ заманса йүнәлештәрҙең береһе булараҡ танылыу алған һанлы педагогика өлкәһендә фекер алышыуҙа ҡатнаштыҡ. Бындай үҙәктәрҙә роботтар йыйыу менән генә мауыҡмайҙар, телде үҫтереү өсөн дә яңы мөмкинлектәр асыла", - ти Гөлфирә Риф ҡыҙы. Шәп бит!
Әйткәндәй, был үҙәк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф" һәм "Һанлыҡ иҡтисад" милли проектын тормошҡа ашырыу программаларына ярашлы барлыҡҡа килде.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан