Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
18 Ғинуар 2022, 15:05

Дүрт баланы багажникта йөрөткәндәр

Һуңғы ваҡытта Ҡазанда булған ваҡиғалар шаҡ ҡатыра.

Ҡазанда тәртип һаҡсылары шикле күренгән Renault Kaptur машинаһын туҡтатҡандар һәм яңылышмағандар. Уны йөрөтөүсе утыҙ бер йәшлек водитель иҫерек икәнлеге асыҡлана һәм алдан уҡ эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн танытмаһын алдырған булған. Тикшереү барышында ҡуртымға алынған машинала дүрт йәштән алып ете йәшкә тиклемге дүрт бала барлығы асыҡланған. Машинаның эсендә былай ҙа һигеҙ оло кеше була. Асыҡланыуынса, багажниктағы балалар бергә күңел асҡан ата-әсәләрҙеке булған.

Дүрт баланы багажникта йөрөткәндәр
Дүрт баланы багажникта йөрөткәндәр
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас