

Республикала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» II асыҡ конкурсы дауам итә. Сара башҡорт халҡының мәҙәниәте, туған телде, йолаларҙы һаҡлаған һәм үҫтергән рухлы ғаиләләр араһында ойошторола.
Бәйгенең зона этабында Сибай ҡалаһы данын Хәсәновтар яҡлаясаҡ.
Быға тиклем ҡалала конкурстың муниципаль этабы үткәйне, унда һигеҙ ғаилә ҡатнашты: Исрафиловтар, Хәсәновтар, Дауытбаевтар, Теүәлбаевтар, Барлыбаевтар, Мазһаровтар, Әхмәтовтар, Йәндәүләтовтар. 4 февралдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында конкурстың зона этабы үтәсәк. Ошонда уҡ ҡала этабында еңеүселәрҙе ҡотлаясаҡтар.
Зональ бәйгенең онлайн-этабында республиканың ете районы һәм ике ҡалаһы ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ, Ырымбур өлкәһенән бер ғаилә ҡатнашыуы көтөлә.
Сибай ҡалаһын яҡлаясаҡ Рауил һәм Мәрйәм Хәсәновтар — әүҙем һәм рухлы ғаиләләрҙән, улар халыҡ фольклор ансамбле төҙөгән, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеп сыҡҡан. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы менәнә наградланғандар, «Иң яҡшы ижади ғаилә» титулын яулағандар.
Әлеге ваҡытта Хәсәновтар хаҡлы ялда. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән, алты ейәндәре бар. Рауил Сәфәрғәли улы — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , билдәле ҡурайсы. Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы — математика уҡытыусыһы, моңло тауышлы, ижади булмышлы шәхес, шиғырҙар ҙа яҙа.
Жюри ғаиләләр тәҡдим иткән видеояҙмаларҙы ҡараясаҡ, 10 февралгә тиклем республика турына финалға сыҡҡандарҙы билдәләйәсәк.
Мәғлүм булыуынса, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының еңеүселәре 1 мартта — «Етегән» байрамында, Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөндә билдәләнәсәк.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.