Тотош донъя буйлап ҡороғорвирустың яңы төрө “омикрон” таралды. Башҡортостанда ғына 23 кешенең был яңы штамм менән ауырыуы асыҡланған. Белгестәр фекеренсә, ул айырыуса балаларға хәүефле икән. Был хаҡта Республика клиник инфекция дауаханаһының 5-се балалар инфекция бүлеге мөдире Елена Солодкаяның “Башинформ”ға биргән мәғлүмәтенән билдәле булды.
Ике йыл дауамында COVID–19 менән сирләүсе балаларҙы дауаларға тура килде һәм шулар араһында астма, шәкәр диабеты һәм башҡа хроник сирҙәр менән ауырыусылар уға тиҙерәк бирешеүе асыҡланды. Әлеге көндә 12 – 17 йәшлек үҫмерҙәргә “Спутник – М” вакцинаһы килеүе көтөлә һәм унан һуң сирләүселәрҙең һаны күҙгә күренеп кәмер тип ышанабыҙ. Әлбиттә, вакцина эшләгән ваҡытта һәм бала табиптан ҡаралырға тейеш.
Шулай уҡ, сабыйҙарҙы был ҡурҡыныс сирҙән һаҡлау сараһы ла табылды. Йәш әсәйҙәр вакцина эшләтһә, күкрәк һөтө аша ул сабыйҙарына ла тапшыраласаҡ һәм уларҙы был йоғошло ауырыуҙан һаҡлаясаҡ.
Әлеге мәлдә һалыу менән яфаланыусыларҙың һаны ла арта. Шулай булһа ла, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Тән температураһы күтәрелә, йүткереү барлыҡҡа килә, тын алыуы ауырлаша икән, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеп тейешле анализдар тапшырырға кәрәк.