Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
19 Ғинуар 2022, 13:44

Башҡорт биҙәүестәре донъяны яулаған

Этник мотивтар яңынан модаға инә. Тәүге биҙәүесте һигеҙ йыл элек эшләнем.

Башҡорт биҙәүестәре донъяны яулағанБашҡорт биҙәүестәре донъяны яулаған
Башҡорт биҙәүестәре донъяны яулаған

Екатеринбургта йәшәүсе милләттәшебеҙ Гөлшат Яҡупова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бер нисә быуат элек кейгән этник биҙәүестәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Уларҙы ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ебәрә. Илһамды боронғо аксессуарҙарҙан һәм кейемдәрҙән ала, ә деталдәрҙе эшләр өсөн әҙерләмәләр һатып ала, ҡайһы берҙәрен үҙе эшләй. Күркәм ҡулсалар, сулпылар һәм башҡа әйберҙәр – улар Гөлшат Яҡупованың коллекцияһында бихисап.

Боронғо милли биҙәүестәрҙең ауырлығы килограмдан артыҡ булған. Ә инде заманса аксессуарҙар күпкә еңелерәк, Урал һөнәрсеһе уларҙы фатирында эшләй. Гөлшат Яҡупованың маҡсаты ҙур - матурлыҡ ярҙамында йәш быуынды башҡорт халҡының тарихына, нәҫеленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу.

«Этник мотивтар яңынан модаға инә. Тәүге биҙәүесте һигеҙ йыл элек эшләнем. Эстрада театрында Нәүрүз байрамы үтергә тейеш ине. Минең милли колоритта барып, барыһын да хайран ҡалдырғы килде», - тип белдерҙе Гөлшат Яҡупова.

Ул ваҡытта әле Урал һөнәрсеһе бухгалтер булған һәм оҙаҡламай уның фатиры ювелир оҫтаханаһына әйләнер тип һис уйламаған.

Өс йыл эсендә Гөлшат Яҡупова меңдәрсә биҙәүестәр эшләгән, бик күп халыҡ ансамблдәрен тәьмин иткән, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башлаған. Уның этник мотивтар менән эшләнгән аксессуарҙары бөтә Рәсәйҙә билдәлелек алды, Африканы ла яуланы.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас