Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
19 Ғинуар 2022, 11:45

Бындай ярҙам саралары республика үҫешендә лә сағылыш табасаҡ

Төбәк етәксеһе 2022 йылда ошо университеттар тормошҡа ашырған үҫеш программаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү һәм инфраструктураны үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан дөйөм суммаһы 200 миллион һумға тиң субсидия формаһында гранттар булдырҙы.

Бындай ярҙам саралары республика үҫешендә лә сағылыш табасаҡБындай ярҙам саралары республика үҫешендә лә сағылыш табасаҡ
Бындай ярҙам саралары республика үҫешендә лә сағылыш табасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан республика юғары уҡыу йорттарына һәм “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академия лидерлыҡ программаһы грантының махсус өлөштәрен алыусыларға дәүләт ярҙамы тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе 2022 йылда ошо университеттар тормошҡа ашырған үҫеш программаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү һәм инфраструктураны үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан дөйөм суммаһы 200 миллион һумға тиң субсидия формаһында гранттар булдырҙы.

Указға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте 10 февралгә тиклем гранттар биреү тәртибен раҫларға һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға төбәк бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын тәҡдим итергә тейеш.

Һүҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ведомствоһындағы юғары уҡыу йорттары хаҡында бара. Улар – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә булдырыласаҡ берләштерелгән университет, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты.

– Әгәр юғары уҡыу йорттары әүҙем үҫешһә һәм алға барһа, “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы алынған федераль аҡсанан тыш, уларға булышлыҡ итеү өсөн һәр ваҡыт өҫтәмә ресурстар табасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров кисә, 18 ғинуарҙа, үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.

Төбәк Башлығы шулай уҡ 2021 йылдың декабрендә республиканың ғилми берләшмәһе менән осрашыу йомғаҡтары буйынса айырым ҡарарҙар ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙө.

– Уларҙың икәүһе хаҡында айырып әйткем килә. Беренсеһе – 2022 йылда 200 йәш ғалим һәм аспирант сит илдә йәки Рәсәйҙең иң яҡшы ғилми-белем биреү ойошмаларында стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Икенсеһе – Башҡортостандың 200 алдынғы ғалимы өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам сараларын ҡарарға кәрәк. Ошо эште ойоштороу формаларын уйлау һәм тәҡдимдәр әҙерләү зарур.

Республика вуздарын үҫтереүҙе, яңы кимәлгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған яңы саралар хаҡында фекере менән уртаҡлашыуын һорап, беҙ Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты директоры, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Илдус Фәнис улы Шәрәфуллинға мөрәжәғәт иттек.

– Әлбиттә, яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ. Шулай ҙа шуны әйткем килә: бындай ярҙам саралары, республика етәкселеге тарафынан иғтибар бик күптән, тиҫтә йылдар элек үк кәрәк ине, сөнки беҙ фәндә тотош бер быуынды юғалттыҡ. Беҙҙең Физика-техник институты миҫалында алып ҡарағанда ла нимә күрәбеҙ: 60 йәштән өлкәнерәк ғалимдар бар һәм яйлап йәштәр килә башланы, ә бына 40 менән 60 йәш арауығында ғилми эшмәкәрҙәр бик аҙ.

Боҙҙоң урынынан ҡуҙғалыуы күңелгә ышаныс-өмөт өҫтәй. Һис шикһеҙ, бындай ярҙам саралары фәнгә йәштәрҙе күпләп йәлеп итергә, йәш ғалимдарҙың ситкә китеүен туҡтатырға, матди-техник базаны нығытырға булышлыҡ итәсәк. Шул саҡта инде, үрҙә әйткән быуындар араһындағы бәйләнеш, күсәгилешлек тә нығыясаҡ. Былар барыһы ла фәндең, иҡтисадтың яңы тармаҡтарының һәм, әлбиттә, тотош республикабыҙҙың үҫешендә сағылыш табасаҡ,  – тип билдәләне Илдус Фәнис улы.

Әйткәндәй, был йүнәлештәге маҡсатлы эшмәкәрлек ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Фән" милли проекты (национальный проект "Наука") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. 

Фото: nocrb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас