

Нуриман районының Иҫтерек ауылында быйыл яңы ФАП асыласаҡ. Ауыл халҡы ла, һис шикһеҙ, яңы объект асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға тура килмәй. Байгилде ауыл хакимиәте башлығы Рәзилә Хәлилова әйтеүенсә, ауылда йәшәүселәрҙең төп категорияһы – өлкән йәштәге кешеләр. Бигерәк тә улар тиҙ медицина ярҙамына мохтаж.
Әйткәндәй, беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереү - «Һаулыҡ һаҡлау» дөйөм дәүләт проектының төп йүнәлештәренең береһе. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәрен ойоштороуҙы күҙҙә тота.
Фото: mgazeta.com
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан