

«Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сарала башҡорт матбуғаты, мәҙәниәте, әҙәбиәте, фәне өлкәһендә әүҙем эшләгән шәхестәр ҡатнашты. Уларҙың күбеһе журналыбыҙҙа эшләп киткән, уны ойоштороуға һәм үҫтереүгә көс һалған.
– Ошондай журнал сығарыу хаҡындағы фекер 1995 йылдың 1-2 июнендә, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, әйтелә, – тине, сараны асып, журналдың баш мөхәррир Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Башҡорт донъяһын яҡтыртҡан, бөтә башҡорттарҙы берләштергән баҫма сығарыу зарурлығы тиҙ арала хәл ителергә тейешле мәсьәлә булараҡ күтәрелә. 1996 йылдың 26 ғинуарында Министрҙар кабинеты «Ватандаш» республика журналын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул уҡ йылда тәжрибә булараҡ журналдың өс һаны сығарып таратыла, 1997 йылдан иһә ул ай һайын сыға башлай.
Баҫманың барлыҡҡа килеүе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тыңлағандан һуң сарала ҡатнашыусылар уның тәүге мөхәррире академик Ғайса Хөсәйеновты бер минут тын тороп иҫкә алды.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы «Ватандаш»тың энциклопедик характерҙағы фәнни-популяр, ижтимағи-сәйәси һәм нәфис журнал булыуы хаҡында әйтеп, уның интернет селтәрендә лә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуына иғтибарҙы йүнәлтте: баҫманың рәсми сайтына айына 55 меңгә яҡын кеше инә, социаль селтәрҙәге төркөмдәре лә көндән-көн үҫә. Бынан тыш, уның «Яндекс Дзен» платформаһындағы үҙ каналы булдырылған, унда эксклюзив, бары «Ватандаш» өсөн яҙылған мәҡәләләр тәҡдим ителә.
Яҙыусы, 1994–1998 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры булып эшләгән Ғәлим Афзал улы Хисамов журналдың ойошторолоу тарихы менән таныштырҙы.
– «Ватандаш»тың барлыҡҡа килеүе әле лә күҙ алдымда. Тәүҙә, бәлки, гәзит булыр, тип уйлағайныҡ. Баҫма бөтә донъя башҡорттарының хәлен, йәшәйешен, ынтылышын сағылдырырға тейеш ине. Ул ваҡыттағы Премьер-министр урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары Мансур Әйүповтар менән һөйләшкәндән һуң журнал сығарырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Ойоштороу эшенә Миңлеғәли Яҡупов егелде, – тине ул, хәтирәләре менән уртаҡлашып һәм баҫманың башҡорт халҡын туплау буйынса бурысын артабан да уңышлы үтәүен теләне.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижади мираҫын «Бөйрәкәй» романынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Әҙибә «Ватандаш»та эшләгән йылдарын хәтергә төшөрөп, әҫәрҙең тап шул осорҙа яҙылыуы хаҡында һөйләне. Роман иң тәүҙә журналда донъя күрә.
– Журналдың барлыҡҡа килеүе милли аң үҫешкән күтәрелеш осорона тура килде. Күтәренке шарттарҙа үткән ҡоролтайҙың тос емеше ине ул. Ете йыл буйы яҙылмай ятҡан «Бөйрәкәй»емде яҙыр өсөн редакцияла бөтә шарттар тыуҙырылды, – тине ул. – Китапханаларҙа «Ватандаш»ты бикләп ҡуйыр булғандар, сөнки алып, кире ҡайтҡармағандар, күсермәһен генә таратҡандар.
Һөйләшеүгә Zoom платформаһы аша шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова ла ҡушылды.
– Мин эшләгән ваҡытта беренсе һан 6 мең тираж менән сыҡҡайны. Унда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығыштар урын алды. Шулай уҡ публицистик, иҡтисад, тарих тураһында материалдар баҫылды. Мөхәррир Ғайса Батыргәрәй улы эште еренә еткереп башҡара ине, беҙҙән дә шуны талап итте, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һала белде. Мәҡәләләрҙең инглиз телендә сығыуын ул башҡорттарҙы донъяға танытыуҙың бер юлы тип һанай ине, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы һәм Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр әҙерләгәндә «Ватандаш»ҡа һылтанмаларҙың бик урынлы булыуы хаҡында әйтте.
– «Ватандаш»ың бар булыуына, милләт трибунаһына әйләнгәненә ныҡ ҡыуанам. Баҫмаға нигеҙ һалыусыларға ла, бөгөн эшләүселәргә лә уның һәр яҡлап та йоғонтоло булыуы, рухи хәҡиҡәтебеҙҙе һаҡлауы өсөн рәхмәт белдерәм, – тине филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева һәм журналды тағы ла уҡымлыраҡ итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
2000–2012 йылдарҙа журналдың баш мөхәррире булып эшләгән Фәрит Әхмәҙиев әле лә уның тоғро дуҫы булып ҡала.
– Журналда эшләүҙең үҙ ауырлыҡтары бар, мин ул хаҡта «Журнальная журналистика» китабында яҙҙым. Маҡсатым баҫманы бөтә Рәсәйҙә танытыу ине. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ булды. Журнал менән хеҙмәттәшлек итәм – шиғырҙарым баҫыла, «Блогер» исемле әҫәрем донъя күрҙе, – тине Фәрит Вафа улы. – Журналда эшләгән йылдарым иң бәхетле мәл булған икән – ни ҡәҙәре аҡыллы кешеләр менән аралашыу насип булды!
Яҙыусы, драматург Зөһрә Бураҡаева, «Ватандаш»ты милләтте туплап тороусы баҫма тип атап, инде онотолоп барған журналистика жанрҙарының журнал биттәрендә сағылыш табыуын билдәләне, ошондай саралар йышыраҡ уҙғарылһа, һәйбәт булыр ине, тигән теләк белдерҙе. БР Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин журналдың тәүге һандары ла ингән архив булдырылһа, бик шәп булыр ине, тигән теләген еткерҙе.
Рәйлә ҒӘЛИЕВА.