Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Ғинуар 2022, 10:45

Балаларға ҡурҡыныс янай

Коронавирустың «омикрон» штамы ике йәштән биш йәшкәсә балалар өсөн айырыуса хәүефле.

Коронавирустың «омикрон» штамы ике йәштән биш йәшкәсә балалар өсөн айырыуса хәүефле.

Тап уларҙа дауаханаға һалыуҙы талап иткән бронхиолит күренештәре күҙәтелә башлаған, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Александр Горелов.

«Хәҙер балалар йышыраҡ сирләй, айырыуса ике-биш йәшлек балалар өсөн хәүефле. Ауырыу өҫкө тын юлдарын һәм бронхтарҙы зарарлай. Тәүге тапҡыр бронхиолит күренештәре күҙәтелә башланы, был осраҡта дауаханаға һалырға кәрәк. Һәр өсөнсө баланың эсе китә», — тип Гореловтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Балаларға ҡурҡыныс янай
Балаларға ҡурҡыныс янай
Автор:Загида Мусина
Читайте нас