+21 °С
Болотло


18 ғинуарҙа Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында дүрт күҙле быҙау тыуған.
Хужаларҙың һыйыры оҙаҡ быҙаулай алмағас, улар ветеринар саҡырған. Быҙау донъяға килгәс, барыһы ла хайран ҡалған.
Ул ике пар күҙле, ике танаулы һәм ике ауыҙлы булып тыуған.
Быҙау тыуғас та йән биргән.