

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын "Ватандаш" журналы ойоштороусылары араһына индереү һәм ижтимағи баҫманы фәнни-ғәмәли итеү тураһында тәҡдимде Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов индерҙе.
"Ватандаш" журналы Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән башҡорт мәҙәниәтен күтәреү маҡсатында ойошторолдо һәм үҙ уҡыусыларына 25 йыл тоғро хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт арауығында башҡорттарҙың ғына түгел, бүтән милләттәрҙең дә мәҙәниәте тураһында яҙҙы һәм тотош Башҡортостан журналы булды.
— Башҡорт милләте үҫешә, сифат үҙгәрә. Әлеге мәлдә күп кенә йәш аспиранттар, фән кандидаттары бар, яңы фән докторҙары ла барлыҡҡа килә. Әлбиттә, йәмғиәтебеҙ менән бергә уның баҫмалары ла үҫешергә тейеш. "Ватандаш" мәҡәләләр сифаты менән күптән фәнни-ғәмәли журнал кимәленә етте. Хәҙер уны рәсмиләштереп, Юғары аттестация комиссияһының рецензиялы журналдары араһында лайыҡлы урын алырға кәрәк, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.