Был 7 кәңәште үтәгәндә ни бары 4-5 сәғәттә йоҡоно туйҙырып була. Һынап ҡарайбыҙмы?
1. Күңел тыныслығы ― төп талап. Йәғни йоҡлар алдынан ауыр уйҙарҙан арынырға тырышығыҙ. Бының өсөн 10-15 минут эсендә яҡшы уйҙарға бирелегеҙ, матур һәм тыныс музыка тыңлағыҙ.
2. Йоҡлар алдынан күп итеп ашанмағыҙ. Юғиһә һеҙҙең организм ял итәһе урынға ашҡаҙанды эшкәртеүгә энергияһын бүлер.
3. Махсус аксессуарҙарҙы ҡулланыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирер. Мәҫәлән, хуш еҫле яҫтыҡ (ул ҡомалаҡ тубырсыҡтарынан эшләнгән), күҙҙе бәйләй торған япма, беруши (быларҙа мохтажлыҡ булһа инде).
4. Йылы душ та һөҙөмтәле булыр.
5. Йылы юрған аҫтында йоҡларға кәңәш ителә (һыуыҡта кешенең йоҡоһо тиҙ туймай).
6. Көн дә 5 сәғәт йоҡлағанда, организм быға өйрәнеп китә.
7. Аҙнаның бер көнөндә туйғансы йоҡлап алығыҙ. Йәғни көндәге йоҡлаған сәғәттән күберәк йоҡлағыҙ.
Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.