+21 °С
Болотло


19 ғинуарҙа Өфө районының Михайловка ауылында юл хаҡы түләй алмаған ҡыҙҙы автобустан төшөрөп ҡалдырғандар.
Ҡыҙы «Олимп» мәктәбендә уҡый. Автобус оҙаҡ килмәгәс, ҡыҙыҡай йәйәүләп икенсе туҡталышҡа киткән. Шунда автобусҡа ултырған. Һыуыҡта телефонының зарядкаһы бөткәнлектән ул юл хаҡын түләй алмаған.
Баланы ике туҡталыштан һуң төшөрөп ҡалдырғандар.
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина «Фейсбук»та «Башавтотранс»ҡа мөрәжәғәт итте һәм уларға закон тураһында иҫкә төшөрҙө. 2021 йылдың 1 майынан водителдәргә 16 йәшкә тиклемге балаларҙы автобустан төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф янай.