Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
21 Ғинуар 2022, 02:00

Һин дә ташларға ашыҡма!

Бер атҡанда ике ҡуян тотоу...  

Республикала “Экология” милли проекты сиктәрендә тирә-яғыбыҙҙы тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу өсөн ҙур эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, Октябрьск ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, ирекмәндәр менән берлектә, бер нисә йыл дауамында республика кимәлендә ойошторолған “Ҡапҡастар ярҙамға ашыға” тип аталған экологик хәйриә акцияһында ҡатнаша.

“2018 йылда ике меңгә яҡын пластик ҡапҡас йыйылды һәм балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә ярҙам ителде. Үткән йыл иһә биш меңгә яҡын пластик ҡапҡас йыйылып тапшырылды. Уларҙың аҡсаһы Республика клиник онкология диспансерына ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн ҡорамалдар алырға тотоноласаҡ. Шулай итеп, бер атҡанда ике ҡуян, тигәндәй, тирә-яҡ пластик ҡалдыҡтарҙан да таҙарып ҡала һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы ла һуҙыла”, - ти  18-се балалар баҡсаһының психологы Татьяна Смольникова.

 

#миллипроект #миллипроекттар #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостана

Һин дә ташларға ашыҡма!
Һин дә ташларға ашыҡма!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас